Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
3 Август 2019, 12:02

Сазандар...оса!

Бер нисә йөҙ сазан балығының һауаға осҡанын күргәнегеҙ бармы? Ә бит был махсус рәүештә эшләнә. Ни өсөн тиһегеҙме?

Фото:youtube.com
Бер нисә йөҙ сазан балығының һауаға осҡанын күргәнегеҙ бармы? Ә бына АҠШ-тың балыҡ ресурстары һәм ҡырағай тәбиғәте хеҙмәте офицерҙары үҙҙәре электр тогы ярҙамында уларҙы күккә осора.
Был - бәхетһеҙлек осрағы түгел, ә балыҡтарҙың һанын иҫәпләү өсөн кәрәк. Электрофишинг ярҙамында улар сазандарҙы башҡа һыу ятҡылығына күсерә, сөнки был сазан төрө Америка быуаларында тиҙ үрсей һәм бүтән тереклек эйәләрен ҡыҫырыҡларға тырыша.