Йорт ҡаҙҙарының аҡылына иҫең китерлек. Бәләкәй сағымда булған хәл әле лә хәтерҙә.
Әсәйем район үҙәгендә йәшәгән таныш апайға ата ҡаҙ биреп торғайны. Бер көндө автобусҡа ултырып ҡайтып барабыҙ. Райүҙәк менән ауыл араһы ете саҡрым, шуға күптәр йәйәү ҙә йөрөй. Билән тауын артылыуыбыҙ булды, автобустағы көллөһө ауылға илткән юл буйлап китеп барыусы йәйәүлегә эйәргән ҡаҙҙы шәйләп йәнләнә башланы.
“Был беҙҙең ҡаҙ бит”, – тип аңғарып ҡалды әсәй. Баҡтиһәң, ҡош үҙҙәре тәңгәленән үтеп барған беҙҙең ауыл кешеһен танып ҡала ла (ғәжәп бит), артынан төшә. Был хәлгә ауылдаш ағай бер аҙ аптырай, ҡаҙҙы ҡыуып та ҡарай, уныһы һыр бирмәй һаман эйәреп килә.
Әсәй автобусты туҡтатып төштө лә, ҡаҙыбыҙ менән бергә ауылға йәйәүләп ҡайтып китте. Автобустағы халыҡ гөж килде лә, һәр кемеһе үҙ уйына сумып тынып ҡалды. Мин кескәй аңым менән ҡаҙ тиклем ҡаҙына ла тыуған йорт ҡәҙерле икәнен төшөнөүемдән тетрәндем.
Әле булһа ла күҙ алдында ул – ауылдаш ағайҙың артынан төшөп алған да, етди ҡиәфәт менән алыҫтан күренеп ятҡан ауыл өйҙәренә табан тәпәйләй...