Интернет – сикһеҙ донъя, унда ниндәй генә хәлдәрҙе күрмәйһең. Яҙмаларҙың төрлөһө бар, әммә был күргәне фантастик фильмды хәтерләтә: меңәрләгән бүре бер өйөргә тупланып хәрәкәт итә.
Ышанмаҫлыҡ хәл, әммә уны һалған кеше: "Ҡаҙағстандан ил сигенә табан меңәрләгән бүре яҡынлаша. Шуға ла ата-әсәләрҙе иҫкәртегеҙ, балаларҙы күҙ уңынан сығармаһындар, тышта йөрөүҙәрен сикләһендәр, балыҡҡа һәм башҡа сәбәптәр менән урманға сығыуҙан тыйылырға кәрәк. Сик һағы хеҙмәткәрҙәре был мәғлүмәтте раҫланы", - тип Берҙәм диспетчер хеҙмәтендә эшләгән хеҙмәттәштәрен иҫкәртеп, социаль селтәрҙәге үҙ-ара уртаҡ төркөмдәренә һалған.
Ысынға тап киләме-юҡмы был мәғлүмәт - уныһы ҡараңғы, әммә һаҡланыу сараһы күреүҙән зыян булмаҫ. Әле бүреләрҙең ныҡлап асыға башлаған ваҡыты, шуға ла улар кеше йәшәгән тораҡ пункттарға яҡын килә. Тамаҡ тамуҡҡа индерер, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит.
Бүреләр ҙә хәҙер ҡурҡыуҙы юғалта бара, ауыл эсенә инеп эттәрҙе ботарлап сығып китә, автомобилдән, ут яҡтыһынан да ҡурҡмай. Шуға ла ауылдарҙа һаҡланыу хаҡында оноторға ярамай. Бигерәк тә балаларға иғтибарлы булырға кәрәк. Күрше ауылға йөрөп уҡыған уҡыусыларға юлда янғыҙы һәм йәйәү йөрөүенә юл ҡуймағыҙ.
Фото, видео: "Бәйләнештә".