Ҡырағай мөхит
9 Февраля 2020, 17:50

Ҡоралайҙар яҙҙы көткәндә...

Береһе шунда уҡ йән бирә, икенсеһе яраланған килеш йөҙ метр самаһы барып ауа...

Мәләүез районында ир кеше ике ҡоралайҙы атыуҙа ғәйепләнә.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, райондың һунарсылыҡ инспекторы Воскресенское ауылы эргәһендәге урман һыҙатында ҡан эҙҙәрен асыҡлай һәм полиция хеҙмәткәрҙәренә хәбәр итә.
Тикшереүҙәрҙән асыҡланыуынса, урында йәшәгән ике таныш ир урманға сыға. Юлдарында ике ҡоралай осрай. 31 йәшлеге, оҙаҡ уйлап тормаҫтан, йәнлектәргә ата. Ҡоралайҙың береһе шунда уҡ йән бирә, икенсеһе яраланған килеш йөҙ метр самаһы барып, ергә ауа.
Һунарсылыҡ итергә лицензиям бар тип алдап, браконьер ит түшкәләрен махсус урынға алып барып эшкәртә һәм ташландыҡ хужалыҡ бинаһына йәшереп ҡалдырып тора. Харам эшенә ике танышын да йәлеп итә.
Тикшереү дауам итә. Рәсәй Енәйәт кодексының 258-се статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: Artmajeur.com
Читайте нас