Ҡырағай мөхит
13 Февраля 2020, 17:20

Ауылда һеләүһен йөрөй...

"Бик ябыҡ, йонсоу. Ҡотороу сире менән ауырый тигән шик бар".

Дыуан районының Мәсәғүт ауылында йәшәүселәр урамда һеләүһен йөрөгәнен абайлап ҡала.
Ҡырағай йәнлек берәүҙе лә үҙенә яҡын ебәрмәй, тирә-яҡтағыларға агрессив ҡылығын күрһәтә.
Проблеманы хәл итеү өсөн полиция хеҙмәткәрҙәре, егерҙар, хайуандар донъяһын, уларҙың йәшәү мөхитен һаҡлау хеҙмәте вәкилдәре саҡырыла.
“Ҡырағай йәнлек сүп-сар контейнерҙары эргәһендә йөрөгән була. Ул бик ябыҡ, йонсоу һәм сирле күренә. Үҙен ситкә алып сығырға уйлағайныҡ, ҡаршылыҡ күрһәтте. Һеләүһен ҡотороу сире менән ауырый тигән шик бар”, - тип хәбәр итә белгес Рим Әйүпов район гәзите хәбәрселәренә.
Һеләүһенде сетка ярҙамында тотоп, йоҡлатып, анализдар алалар. Һөҙөмтәләре көтөлә.
Фото “Дуванский вестник” гәзитенән.
Читайте нас