Бөтәбеҙ ҙә күңелһеҙ хәбәрҙәрҙән арыныҡ һуңғы осорҙа. Әйҙәгеҙ, ҡыҙыҡлы мәғлүмәт уҡып, бер аҙ иғтибарҙы ситкә йүнәлтәйек.
Хайуандарҙы донъяла коронавирус инфекцияһының таралыуы бөтөнләй борсомай ҙа, ҡыҙыҡһындырмай ҙа. Улар ситлектә лә үҙҙәренең ғәҙәти тормошо менән йәшәүен дауам итә.
Бәләбәйҙә йәшәгән Рөстәм Ғәфүров социаль селтәрҙә ҡалалағы күсмә зоопаркта дүрт лигр тыуыуы хаҡында хәбәр итә. Ни өсөн бындай сәйер атама тиерһегеҙ, сөнки уларҙың атаһы – арыҫлан, әсәләре – юлбарыҫ.
- Был бәләкәй генә күсмә зоопарк гастролгә килгәйне, үҙаллы изоляция иғлан ителгәс, уларға тотҡарланырға тура килде. Зоопарк коллективы, шулай итеп, тағы дүрт йән эйәһенә артты, - ти Рөстәм Ғәфүров.
Лигрҙар – донъялағы иң эре бесәйҙәр. Уларҙың ауырлығы йөҙ килограмға, буй оҙонлоғо дүрт метрға етеүе ихтимал. Донъяла лигрҙарҙың һаны бик аҙ. Тәбиғәт шарттарында уларҙың булыуы мөмкин түгел, сөнки арыҫландар - Африкала, ә юлбарыҫтар Азияла йәшәй, ти белгестәр.