Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
8 Июнь 2021, 09:00

Тауыҡты кем ашаған?

Малаяҙҙарға йыртҡыс йәнлек һөжүм иткән...

Салауат районының Малаяҙ ауылында йәшәгән өс ғаилә йыртҡыс йәнлектән зыян күргән. Дөрөҫөрәге, уларҙың тауыҡтары. Был турала райондң “На земле Салавата” баҫмаһы хәбәр итә.
Асыҡланыуынса, шәхси хужалыҡтарға төлкө һөжүм иткән. Мөхәмәтйәновтар ғаиләһе һарайынан хәйләкәр йәнлек тауыҡтарын алып ҡасҡан. Нәсибулиндарға ерҙе ҡаҙып кәртәләре аҫтынан ингән һәм тауыҡты быуып ашаған. Душановтарҙың иһә баҫырға ултырған тауығына ташланған. Меҫкен ҡош бар көсөнә ҡаршылашып маташһа ла, йыртҡыс уның бар йомортҡаларын ашаған.
Кешеләр был тиклем әрһеҙлеккә барған төлкөнө ҡоторғандыр тип фаразлай.
Ә һеҙҙең хужалыҡҡа саҡырылмаған ҡунаҡтар килгәне булманымы?
Фото: "На земле Салавата".
Читайте нас: