Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
14 Сентябрь 2021, 16:00

Айыу ресторанға килгән

Әбйәлил районында була был хәл.

Айыу ресторанға килгән
Айыу ресторанға килгән

Әбйәлил районында айыу балаһы тау-саңғыһы комплексының ресторанына килгән. Был хаҡта “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.

 Ресторан   хеҙмәткәрҙәре “ҡунаҡ”ты хатта  видеоға төшөргән.  Алдан тайыштабан, эскә инмәксе булып, тупһа ла тапанып торған. Бисараҡай асыҡҡандыр ҙа шуға урманынан сыҡҡандыр, тип фаразлай видео авторы. Шулай ҙа айыуҡай үҙен тәртипле генә тотҡан, ишектән керерҙәй булмағас, күтәрмәгә менеп, тәҙрәнән ҡарап тора башлаған. Был хәл ни менән бөткәндер билдәһеҙ. Ә бына ҡыр хайуандары менән осрашҡанда үҙеңде нисек тоторға? Белгес кәңәштәренә  ҡолаҡ һалыу фарыз.

Белгестәр ҡыр йәнлеге менән осрашырға тура килһә, ул ни тиклем генә мөләйем булмаһын, яҡын барырға ярамағанлығын иҫкәртә.

Айыуҙы ҡурҡытып, өркөтөү ҙә хәүефле, ташланыуы ихтимал.

Ҡулдарҙы өҫкә күтәреп, күмәкләп  бер тирәгә өйөлөргә кәңәш ителә. Шулай һеҙ күмәк һәм ҙурыраҡ икәнегеҙҙе күрһәтәһегеҙ - йыртҡыс хайуандар өсөн был мөһим.

Шулай уҡ тороп ҡасыу ҙа хәүефле. Йыртҡыстың артығыҙҙан баҫтыра төшөүе мөмкин. Арҡағыҙ менән  әйләнмәй генә, яйлап  сигенегеҙ.

Хәүефһеҙ айыу – йыраҡтағы айыу икәнен бер ваҡытта ла хәтерегеҙҙән сығармағыҙ.

 

 

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: