Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
18 Ноябрь 2021, 09:00

Аҡҡош бәләгә тарыған

Ауыл ситендә яңғыҙ аҡҡош ҡарға батып тилмерә, оса алмай...

Аҡҡош бәләгә тарыған
Аҡҡош бәләгә тарыған

Учалыла кинәт һалҡынайтты, термометр 20 градустан түбән һауа температураһын күрһәтә. Райондың йылға-күлдәре лә боҙ менән ҡаплана башланы. Күрәһең, ҡайһы бер ҡоштар йылы яҡҡа китеп өлгөрмәгән.

“Ауыл ситендә яңғыҙ аҡҡош ҡарға батып тилмерә, оса алмай, эт зыянлап ҡуймаһын ине”, - тип шылтырата ауыл хакимиәтенә бер ҡатын. Хакимиәт башлығы Әмир Харисов шундуҡ водителе менән меҫкен ҡошто барып таба. Ҡош хәлһеҙләнгән, әммә имгәнгәнлеге тойолмай, тиҙәр.

Әлегә уны ауылда йәшәгән Ғәли Кәримов үҙенә ҡарауға алған. Аҡҡош теплицаға урынлаштырылған. “Ҡоштоң артабанғы яҙмышы  нисек булыр, был хаҡта хәбәр итербеҙ”, - тип яҙа райондың “Яйыҡ” гәзите.

Фото: “Яйыҡ” гәзитенең социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: