Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
1 Декабрь 2021, 17:30

Ҡышҡы көн йәйҙе әйтер...

Элек-электән халыҡ йылдың нисек килерен, көндөң ниндәй булырын тәбиғәт күренештәре буйынса юраған. Декабрь нимә ти?

Ҡышҡы көн йәйҙе әйтер...
Ҡышҡы көн йәйҙе әйтер...

Декабрь – йылдың аҙағы, ҡыштың башы, халыҡта аҡъюлай тип йөрөтәләр. Һыуыҡ булһа ла, матур, үҙенсәлекле миҙгел ул. Урман-ҡырҙар был осорҙа тын ҡала. Элек-электән халыҡ йылдың нисек килерен, көндөң ниндәй булырын тәбиғәт күренештәре буйынса юраған.

1 декабрь – әгәр ҡыштың беренсе көнөндә ҡара ҡарға күрһәгеҙ, ҡыш йылы булыр.

3 декабрҙә ҡар яуһа, 3 июндә көслө ямғыр яуа. Әгәр киреһенсә булһа, йәй иртә килер.

5 декабрҙә бик ныҡ һалҡын булһа, тимәк, оҙаҡламай бурандар башланыр.

7 декабрҙә күктә йондоҙҙар балҡып торһа, һауа торошо кинәт үҙгәрер. Әгәр был көндө йондоҙҙар атылһа, ҡышын ҡар аҙ яуа, ә мартта көслө һыуыҡтар килер.

10 декабрҙә эт һәм бесәйҙәр үҙҙәрен ғәҙәттәгенән тынысыраҡ тотһа, ҡаты һыуыҡ һәм ыжғыр буран көтөгөҙ.

12 декабрҙә әҙерәк болотлап торһа, һыуыта. Көн томанлы икән, тиҙҙән көслө ел һәм буран булыр.

17 декабрҙә ағас ботаҡтарында ҡар ята икән, ҡыш һалҡын килер.

21 декабрҙә ҡояш ғәҙәттәгенән иртәрәк сыҡһа, ҡар яуа.

23 декабрҙәге буран – көслө һыуыҡтар билдәһе.

26 декабрҙән башлап 12 көн һыуыҡ була икән, ҡыш сатлама һалҡын килер.

28 декабрҙә йылы була икән, тимәк, көслө һыуыҡтар ҡыш аҙағында ғына киләсәк.

30 декабрҙә ҡар яуһа, Яңы йыл төнө һалҡын булыр.

Фото: nat-geo.ru

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: