Тәбиғәтте күҙәтеү – борондан килгән ғәҙәт. Күп йылдар һыналып килгәнгә күрә лә халыҡ күҙәтеүҙәренең күбеһе ысынға тура килә. Март айына һынамыштар ни һөйләй?
- Март башында сәпсек эсерлек һыу булһа, йәй яҡшы килер.
- Мартта ҡар өҫтөндәге һалам ҡарға иреп инһә, бер айҙан ҡар китер.
- Ҡайын һыуы күп аҡһа, йәй ямғырлы булыр.
- Аҡҡош иртә килһә, яҙ насар булыр, оҙаҡ торор.
- Әгәр ҙә тауыҡтар яҙ көнө төнәктән иртә төшһә – йәй насар булыр, әгәр һуң төшһәләр – йәй яҡшы булыр.
- Март башында тамсы тамһа, йәй яҡшы килә.
- Мартта йылы булһа, йыл һалҡын була.
- Мартта көн менән төн тиңләшә.
- Марттың шартын апрель сығарыр.
- Яҙ иртә килһә, ашлыҡ уңыр.
- 1 мартта елләп торһа, бөтә йәй елле булыр.
- Ҡар ағасҡа йәбешеп торһа, көн епшетер.
Фото: cameralabs.org