Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
11 Апрель 2022, 22:00

Ҡужан ҡарағастарының хәле нисек?

Әбйәлил районында булған был хәл бар республика халҡын тетрәндергәйне...

Ҡужан ҡарағастарының хәле нисек?
Ҡужан ҡарағастарының хәле нисек?

2020 йылдың октябрендә Әбйәлил районында булған хәл бар республика халҡын тетрәндергәйне: ниндәйҙер әҙәмдәр Ҡужан ауылы янында үҫкән үҙенсәлекле ҡарағастарҙы бысҡылап сыҡҡан. Ул саҡта бөтә 11 ағас та зыян күрҙе. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, ҡарағастарҙың йәше - 400 йыл самаһы. Хатта һуғыш йылдарында ла уларҙы ҡырҡмағандар – кешеләр өшөгән, асыҡҡан, әммә үҙенсәлекле ағастарға ҡул һуҙмаған.

Ул саҡта енәйәт эше ҡуҙғатылды. Ағастарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн урындағы йәмәғәтселәр Мәскәү, Өфө белгестәре менән кәңәшләшеп, саралар күрҙе.

Бөгөн иһә ағастарға ҡағылышлы яҡшы яңылыҡ билдәле булды. Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта белдереүенсә, ағымдағы йылдың яҙына ҡарата ун ҡарағасты ҡотҡара алғандар. Ирекмәндәр һәм белгестәр тағы ла бер ҡарағастың ғүмере өсөн көрәшә.

“Ирекмәндәр, белгестәр, урындағы халыҡ, район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов ярҙамы менән уларҙы ҡотҡарҙылар. Илдар Таһир улы әйтеүенсә, 11 ағастың унауһы тере, берәүһенең хәле әле тулыһынса билдәле түгел. Уларҙы “бинтланылар”, терәүҙәр ҡуйҙылар, кәртәләнеләр, эскәмйәле парк яһанылар”, – тине Андрей Иванюта.

Фото: "Моя Уфа" порталы.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: