Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
13 Май 2022, 11:00

Теге аҡҡош... үлгән!

Баймаҡ районында меҫкен ҡошто атҡайнылар. Ул күп ҡан юғалтыуҙан һәләк булған.

Теге аҡҡош... үлгән!
Теге аҡҡош... үлгән!

Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылы янындағы Өскүлдә бәғерһеҙ әҙәмдәрҙең аҡҡош парының береһенә атыуҙары тураһында хәбәр иткәйнек инде. Тоғро иптәше һөйгәнен ташлап китмәй янында ҡалған ине лә бит... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, меҫкен ҡош күп ҡан юғалтыуҙан һәләк булған.

Инә аҡҡош әле йомортҡа баҫа. "Аҡҡошто атҡан әҙәмдәр яуаплылыҡҡа тарттырылыуҙан ҡотолорға тырыша", - тип яҙалар “Ирәндек совхозы” төркөмөндә.

Әйткәндәй, мөхәббәт ҡоштары символы аҡҡоштарҙы атҡан кешеләр Баймаҡ районының Күсей ауылында йәшәгән кешенең атын да атып алған "һунарсылар". Ғәйепләнеүселәр ҡылған эштәре өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылыр, тейешле язаһын алыр, тип ышанғы килә.

Фото: "Ирәндек совхозы" төркөмөнән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: