Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
15 Май 2022, 20:00

Аҡҡош хәҙер - хәстәрлекле үҫмер ҡулында

"Асыҡ яраһынан һөйәктәре күренеп тора ине, ҡанаты һәленеп төшкәйне. Шулай ҙа..."

Аҡҡош хәҙер - хәстәрлекле үҫмер ҡулында
Аҡҡош хәҙер - хәстәрлекле үҫмер ҡулында

Ветеринарҙар аҡҡоштоң ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн алты сәғәт буйы операция яһаған. Уға барлығы һигеҙ ҡаты энә беркетелгән.

Операциянан һуң яралы аҡҡошто Иглин районында йәшәгән 8-се класс уҡыусыһы Александр Шайдаков тулыһынса үҙ хәстәре аҫтына алған. Үҫмер хәҙер көнөнә ике тапҡыр үҙе укол ҡаҙай һәм әсәһе менән бергә яраларын эшкәртә.

Ата-әсәһе һөйләүенсә, Саша бәләкәйҙән ихатаһындағы йорт ҡоштарын да үҙе ҡарай икән. Әле уларҙың 84 тауыҡ, ике ҡаҙҙары бар. Себеш баҫтырып сығарыу үҙ инкубаторҙары ярҙамында башҡарыла. Был эштәрҙең үҙәгендә уҡыусы үҙе йөрөй, бар ғәмәлде белеп атҡара, шуның өсөн дә ҡыр ҡошон тәрбиәләүҙе таныштары нәҡ уға ышанып тапшырған да инде.

"Был аҡҡошто атҡандар. Ҡанатында һаман йәҙрә бөртөгө бар. Асыҡ яраһынан һөйәктәре күренеп тора ине. Ҡанаты һәленеп төшкәйне, үҙе ныҡ хәлһеҙ булғанға бөтөнләй ҡаршылыҡ күрһәтмәне", - тип һөйләгән Саша.

Үҫмергә изге эше өсөн афарин тиергә, ә аҡҡоштоң тиҙерәк һауығып үҙ мөхитенә әйләнеп ҡайтыуын теләргә генә ҡала.

Фото: ufa.bezformata.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: