Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы иҫкәртә: был көндәрҙә республикала көслө күк күкрәп, ямғырҙар яуа. Йәйҙең ошо осоро бер ни тиклем хәүеф менән янай, айырыуса йәшендәр ҡурҡыныс.
Быйыл йәшендең тәүге ҡорбаны бар ҙа. Шөкөр, кеше түгел.
Кисә Көйөргәҙе районында һыйырҙы йәшен һуғып үлтергән. Был турала “Көйөргәҙе” район баҫмаһы хәбәр итә. Был көндө Ермолаевка ауылы янында ҡара болоттар йыйылған һәм йәшенләп ямғыр яуған. Һөҙөмтәлә, ауыл кешеһенең һыйырына йәшен һуғып, ул һәләк булған. Был ваҡиғаның шаһиты хәбәр итеүенсә, хайуандың тәнендә бешкән эҙҙәр барлыҡҡа килгән.
Йәйге йәшендәр кешеләр өсөн дә хәүефле. Шуға күрә көслө ямғыр ваҡытнда барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, мөмкин булһа, бөтөнләй урамға сыҡмаҫҡа кәңәш ителә.
Фото: cheltv.ru