Ҡырағай мөхит
11 Декабря 2022, 11:00

Башҡорт шихандарына бәйле яңылыҡ бар

Уларҙың юғары ҡиммәтен, әһәмиәтен танырҙармы? Ҡарарҙың ыңғай булыуын көтәбеҙ.

Башҡорт шихандарына бәйле яңылыҡ барБашҡорт шихандарына бәйле яңылыҡ бар
Башҡорт шихандарына бәйле яңылыҡ бар

Башҡортостан Башлығы Хакимиәтендә башҡорт шихандарының ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы статусын алыуға яҡынайыуы хаҡында белдерелде.

"Башҡорт шихандары Торатау, Йөрәктау һәм Ҡуштау ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы статусын алыуға бер аҙым яҡынлашты. Улар ошондай исемгә тәҡдим ителгән объекттарҙың алдан төҙөлгән исемлегенә индерелгән. Был республика өсөн ниндәй әһәмиәткә эйә?

Билдәле булыуынса, ЮНЕСКО — Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генераль ассамблеяһының иң абруйлы ойошмаларының береһе, унда шихандарҙың юғары ҡиммәтен, әһәмиәтен таныйҙар. Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индереү шихандарҙы һаҡлау ысулы ғына түгел. Ул - донъя кимәлендәге дан, һөҙөмтәлә ҡеүәтле иҡтисади үҫешкә юл.

Шихандарыбыҙҙың юғары статус алыуы йәһәтенән ыңғай ҡарар көтәбеҙ һәм туризм инфраструктураһын үҫтереүҙе дауам итәбеҙ", - тиелә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте төркөмөндә.

Фото: Башҡортостан Башлығы Хакимиәте.

Башҡорт шихандарына бәйле яңылыҡ бар
Башҡорт шихандарына бәйле яңылыҡ бар
Башҡорт шихандарына бәйле яңылыҡ бар
Башҡорт шихандарына бәйле яңылыҡ бар
Автор:Гөлназ Салауатова
Читайте нас