Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
20 Ғинуар 2023, 21:01

Ҡырағай хайуандарҙы һанай башлағандар

Фото Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы сайтынан алынды.
Фото Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы сайтынан алынды.

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре ҡырағай хайуандарҙың ҡышҡы маршрутын теркәй башланы. Егерҙар һәм һунарсылыҡ буйынса дәүләт күҙәтеүе инспекторҙары өсөн хайуандарҙың эҙҙәрен һанарға һәм ҡоштарҙы теркәргә тейешле маршруттарҙың оҙонлоғо иҫәпләнгән.

Билдәләп үтергә кәрәк, 2023 йылдың 15 ғинуарынан 15 мартына тиклем һунарсылыҡ ресурстары, шулай уҡ республика әһәмиәтендәге махсус һаҡлан­ған тәбиғәт биләмәләрендә һунар ресурстары һанын иҫәпкә алыу үткәрелә.

– Белгестәр бөтәһе 25 мең километрҙан ашыу юл үтеп, шуларҙың 11 меңе урман аша һәм 14 мең километрҙан ашыуы баҫыу аша үтә. Был ысул ярҙамында ҡырағай хайуандар­ҙың 21 төрө билдәләнә. Алын­ған мәғлүмәттәргә таянып, алдағы миҙгелдә хайуандар донъяһының дөйөм күләме иҫәпләнә. Иҫәпләү һөҙөмтәлә­ре апрелдә билдәле буласаҡ, – тип аңлатма бирә Башҡортос­тан­дың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урын­баҫары Камил Биргулиев.

Һуңғы ун йылда республика биләмәһендә мышылар һаны­ның 19,4 меңдән 25 меңгә, боландар һанының 17,2 меңдән 22,4 меңгә тиклем артыуы күҙәтелә. Бүреләр 600-гә яҡын, төлкөләр һаны 8,6 мең тәшкил итә. Һуңғы йылдарҙа ҡырағай ҡабандар һаны бермә-бер кәмегән – 10,5 меңдән 2,2 меңгә төшкән. Был иһә сусҡа­лар араһында африка тағуны ауырыуы таралмаһын өсөн махсус эшләнгән.

Бынан тыш, экологтар һуңғы арала ауыл-ҡалаларға ҡырағай хайуандарҙың яҡынайыуы тураһында иҫкәртә. Улар тәү сиратта аҙыҡ эҙләп килә, шуға йәлләп, ашатырға ярамай.

Йыртҡыстарҙың тораҡ пункт­тарға сығыуына шаһит булһағыҙ, кисекмәҫтән Баш­ҡортостандың Тәбиғәттән фай­ҙаланыу һәм экология министр­лығының оператив дежур телефонына +7 (347) 218-04-30, шулай уҡ полиция хеҙмәт­кәрҙәренә шылтыратып хәбәр итегеҙ.

-  Лилиә НУРЕТДИНОВА

Читайте нас