Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
20 Апрель , 23:00

Матур ҙа, шомло ла...

Тәбиғәт күренешен кемдәр төшөрөп алды? Был фотоларҙың береһен Бөрйән районынан ебәрҙеләр.

Матур ҙа, шомло ла...
Матур ҙа, шомло ла...

Тәбиғәт күренешен кемдәр төшөрөп алды? Был фотоларҙың береһен Бөрйән районынан ебәрҙеләр.

Төньяҡ балҡышы – атмосфераның өҫкө ҡатламдарында барлыҡҡа килгән оптик күренеш. Ул Ҡояштан айырылып сыҡҡан өлөшсәләрҙең атмосфера өлөшсәләре менән бәрелешеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә, йәғни Ҡояш еленең зарядлы өлөшсәләре Ерҙең магнит яланына килеп инә лә һауа молекулары менән осраша. Төҫө газдың төрөнә бәйле – кислород йәшел йә ҡыҙыл төҫ бирә, тип аңлата ғалимдар. Тағы ла улар күҙ ҡамаштырғыс был күренешкә оҙаҡ ҡарап тормаҫҡа кәңәш итә - баш ауырта, йоҡо тынғыһыҙ була.

Фото: Бөрйән районы Аҫҡар ауылы.

Матур ҙа, шомло ла...
Матур ҙа, шомло ла...
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: