Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
29 Апрель , 08:00

Һыуыта. Ямғырҙар килә

Майҙың тәүге көндәре лә ҡыуандырмай...

Һыуыта. Ямғырҙар килә
Һыуыта. Ямғырҙар килә

Апрелдең һуңғы аҙналары йылы, хатта үтә эҫе булды. Ә бына май башы һалҡын һәм ямғырлы булмаҡсы. Башгидрометүҙәк белгестәре фаразлауы буйынса, алдағы өс көндә һауа торошо ҡыуандырмай. Ямғыр яуа, киҫкен ел иҫә һәм һалҡын көндәр торасаҡ.

Бөгөн, 29 апрелдә ямғыр яуа һәм киҫкен ел иҫә. Төндә һауа температураһы +6, +11 градус булһа, көндөҙ +12, +17 градус йылы көтөлә.

30 апрелдә нығыраҡ һыуыта. Төндә +1, +6, көндөҙ +10, +15 градус йылы. Ямғыр яуа, талғын ел иҫә.

1 майҙа ла йылытмай әле. Яҙҙың һуңғы айының тәүге көнөндә +10, +15 градус, төндә +2, +7 градус була.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: