

Башҡортостанда йәнә һауа торошо боҙолдо. Синоптиктар ямғырҙарҙың ҡасан туҡтаясағы тураһында һөйләне.
Башгидрометтан хәбәр итеүҙәренсә, алдағы ике көндә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен фаразлана. Мәҫәлән, метеорологтар мәғлүмәте буйынса, 4 сентябрҙә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, урыны менән йәшен йәшнәүе көтөлә. Төбәктең көньяҡ-көнсығышында башлыса яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. Ел көньяҡ сиректә уртаса, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +12, +17 градус тәшкил итәсәк. Көндөҙ һауа +19, +24 градусҡаса йылына.
5 сентябрҙә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел көньяҡтан, төньяҡҡа табан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +11, +16 градус тәшкил итәсәк. Көндөҙ термометр бағанаһы +19, +24 градусҡаса күтәрелә.
Рәсәй гидрометеорология үҙәге хәбәр итеүенсә, яуым-төшөм 6 һәм 8 сентябрҙә көтөлмәй. 9 сентябрҙә лә яуым-төшөм булмаясаҡ, ҡояшлы. Был көндәрҙә +20, +21 – көндөҙгө сәғәттәрҙә һәм +12, +13 – төндә була.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.