Ҡырағай мөхит
3 Июня , 16:10

Бөрйәндә ғәжәйеп үҫемлек сәскә атҡан!

Ул 11-15 йылға, хатта ҡайһылары 25 йылға бер генә тапҡыр сәскә ата.

Бөрйәндә ғәжәйеп үҫемлек сәскә атҡан!Бөрйәндә ғәжәйеп үҫемлек сәскә атҡан!
Бөрйәндә ғәжәйеп үҫемлек сәскә атҡан!

“Экологик яңылыҡ: Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығында кәкүк ситеге сәскә атҡан! Был ғәжәйеп сәскә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

Кәкүк ситеге – ысын-ысындан тәбиғәт мөғжизәһе. Ҡурсаулыҡта орхидея һымаҡтарға даими күҙәтеүҙе 1986 йылда Т. В. Жирнова башлай.

Кәкүк ситеге – бик яй үҫешле оҙаҡ йәшәүсе үҫемлек:
-шытып, ер аҫтында үҫеше – тәүге 2-3 йыл;
-беренсе япрағы 4-се йылына ғына күренә;
-ғүмеренең 11-15-се (хатта ҡайһы саҡ 25-се йылында!) йылдарында ғына сәскә ата.

Тимәк, өҙөлгән сәскә – тиҫтә йылдар алға популяцияны юғалтыу тигән һүҙ.

Беҙ нимә эшләй алабыҙ?
-Әгәр ҡырағай тәбиғәттә кәкүк ситеген күрһәгеҙ – ситтән тороп фотоға төшөрөп алығыҙ һәм уның матурлығына һоҡланығыҙ ғына. Теймәгеҙ!
-Балаларға һәм дуҫтарығыҙға ни өсөн бындай һирәк сәскәләрҙе өҙөргә ярамағанлығы тураһында аңлатығыҙ.
-Тәбиғәтте һаҡлауға үҙ өлөшөгөҙҙө индерегеҙ.

"Әйҙәгеҙ, был мөғжизәне киләһе быуындарға ла һаҡлайыҡ!” тип хәбәр итәләр Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы төркөмөндә.

Әйткәндәй, ошо көндәрҙә генә социаль селтәргә Яңы Усманда йәшәүсе Фәнил Мәжитов та урманда осратҡан кәкүк ситеге сәскәләренең фотоларын ҡуйған ине. Ысынлап та, һоҡланғыс сәскәләр! Фәнил фотоһы аҫтына ошондай яҙма ла ҡуйған:

Я в лесу нашел цветок,
Он похож на башмачок.
Имя у него богини,
Носит он его доныне.
В Красной книге он, друзья,
Значит, рвать его нельзя.
(Орхидея наших лесов-венерин башмачок.)

Талантлы биология уҡытыусыһы, хәҙер хаҡлы ялда булған Көнһылыу Зәки ҡыҙы Ҡотлобаева ла сәскәгә аңлатма ебәрҙе: “КӘКҮК СИТЕГЕ (Cypripedium), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙа таралған. Башҡортостанда дүрт төрө үҫә: күпкәк К.с., таплы К.с., ысын К.с., эресәскә К.с. Йыуан, йәйелеүсән тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 10—50 см. Япрағы эллипс формаһында, осло, ултырма. Сәскәһе эре, йышыраҡ яңғыҙар. Сәскә эргәлегенең бер япраҡсаһы (ирен) ситеккә оҡшаған, ҡалғандары — йомортҡа йәки ланцет формаһында. Май—июлдә сәскә ата. Ылыҫлы, ҡатнаш (ҡарағай ҡайын), һирәгерәк киң япраҡлы урмандарҙа үҫә. Күпкәк К.с. (ирене көрәнһыу ал төҫтә, ян япраҡтарынан ҡыҫҡараҡ), эресәскә К.с. (шәмәхә ал төҫтәге иренле) һәм таплы К.с. (ирене шәмәхә ал йәки сағыу ҡыҙыл таптары булған аҡ төҫтә) — һирәкләп Башҡортостандың Урал алды һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында, ысын К.с. (һары иренле) шулай уҡ Башҡортостандың Урал аръяғында осрай. Декоратив үҫемлек. Бөтә төрҙәре лә — БР-ҙың Ҡыҙыл китабына, күпкәк К.с., эресәскә К.с. һәм ысын К.с. шулай уҡ РФтың Ҡыҙыл китабына индерелгән (А.Ә. Мулдашев. Тәрж. Г.А. Миһранова)”.

 

Һүрәттә тәүге өс фото ҡурсаулыҡтыҡы, ҡалғандары - Фәнил Мәжитовтыҡы.

Авторы- Таңһылыу Баһауетдинова.

Сығанаҡ: "Таң" гәзите.

 
Бөрйәндә ғәжәйеп үҫемлек сәскә атҡан!
Бөрйәндә ғәжәйеп үҫемлек сәскә атҡан!
Бөрйәндә ғәжәйеп үҫемлек сәскә атҡан!
Бөрйәндә ғәжәйеп үҫемлек сәскә атҡан!
Бөрйәндә ғәжәйеп үҫемлек сәскә атҡан!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас