Ҡырағай мөхит
6 Июнь , 17:15

Ныҡ эҫе була, тигән булғайнылар...

Быйылғы йәй “йәй” булырмы? Мәҫәлән, июндә бер аҙна ғына эҫе торасаҡ, ә июлдә... 

Ныҡ эҫе була, тигән булғайнылар...Ныҡ эҫе була, тигән булғайнылар...
Ныҡ эҫе була, тигән булғайнылар...

Башҡортостан өҫтөндәге синоптик хәлде циклоник боролош барлыҡҡа килтерә. Күктә ҡуйы болоттар һаҡлана, йәнә ямғыр яуа, урыны менән йәшен йәшнәй. Республикала йәйгесә эҫе һауа торошо ҡасан башланыр? Метеорологтар фараз биргән.

“Фобос” үҙәге синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса, июндең 20-һенә тиклем Башҡортостан биләмәһендә болотло, һалҡын һауа торошо һаҡланасаҡ. Һауа температураһы көндөҙ +18, +20 градустан юғары күтәрелмәйәсәк. Шулай ҙа артабан йылыта, 22-28 июндә республикала эҫе була – көндөҙ һауа +28, +30 градусҡаса йылына. Төндә лә +16, +17 градусҡаса йылы буласаҡ.

Әммә эҫе бер аҙна ғына тора. 29 июндән Башҡортостанда йәнә һалҡынайта, июль уртаһына тиклем көндөҙгө һауа температураһы +20, +21 градус сиктәрендә ҡала. Ямғырҙар аҙ яуасаҡ.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас