Ҡырағай мөхит
7 Июня , 19:00

Был аҙнала ниндәй һауа торошо көтә?

Ҡойма ямғырҙар, йәшен, боҙ-борсаҡ... 

Был аҙнала ниндәй һауа торошо көтә?Был аҙнала ниндәй һауа торошо көтә?
Был аҙнала ниндәй һауа торошо көтә?

Был аҙнала Башҡортостанда тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә: йыш ямғырҙар яуа һәм йәшен йәшнәй, ә температура уртаса йылы була.

Температура төндә +7-нән көндөҙ +24 градусҡа тиклем тирбәлә. Ел башлыса төньяҡ-көнбайыштан һәм көнбайыштан, тиҙлеге секундына 3 метрға тиклем етәсәк.

Бөгөн, 8 июндә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе, көндөҙ республиканың көньяғында ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ яуыуы көтөлә. Ел төндә йүнәлешен үҙгәртеүсән, көндөҙ төньяҡ-көнсығыштан, төньяҡтан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +7,+12°, көндөҙ +18,+23°.

9 һәм 10 июндә төндә урыны менән, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +8,+13°, көндөҙ +19,+24°.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас