Ҡырағай мөхит
11 Июля , 19:00

Июлдең икенсе яртыһы һәм август ниндәй булыр?

Ҡайһы бер көндәрҙә +14 һәм хатта +5 градусҡа тиклем һалҡынайта. 

Июлдең икенсе яртыһы һәм август ниндәй булыр?Июлдең икенсе яртыһы һәм август ниндәй булыр?
Июлдең икенсе яртыһы һәм август ниндәй булыр?

Башҡортостанда һауа торошо даими үҙгәреп тора. Июлдең беренсе декадаһында йәйге йылы мул яуым-төшөм менән оҙатылды. Ә ай аҙағында 30 градуслыҡ эҫе булмаясаҡ: синоптиктар фаразды үҙгәртте.

26 июлдән һауа температураһының көндөҙ +23, төндә +11 градусҡа тиклем түбәнәйеүе менән ямғырлы һауа торошо көтөлә. Алдағы тәүлектә төнгө сәғәттәрҙә +11, +13 градус була, көндөҙ һауа +20 градусҡаса йылынасаҡ.

4 августан көндөҙ +14, +16 градусҡаса һыуыта. Төндә һауа температураһы +5-тән +10 градусҡа тиклем тирбәлә.

Айҙың икенсе декадаһынан һиҙелерлек йылыта. 12-18 августа айырым көндәрҙә термометр бағанаһы +28 градусҡаса күтәрелә. Төндә +11-ҙән +16 градусҡаса һалҡын булыуы көтөлә.

Ваҡыт-ваҡыт ямғырҙар яуасаҡ.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас