Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
13 Март 2023, 19:00

Башҡортостан хәбәрселәре - Балтас районында

Бында 13 бала тәрбиәләгән, яңыраҡ дәүләтебеҙ етәксеһе В.В.Путин ҡулынан "Герой-әсә" орденын алған Альбина Хәйҙәршина ғаиләһе менән таныштыҡ!

Башҡортостан хәбәрселәре - Балтас районында
Башҡортостан хәбәрселәре - Балтас районында

"Башҡортостан" гәзите журналистары бөгөн  Балтас районында сәфәрҙә булды. Райондың мәҙәниәт, мәғрифәт өлкәһе, йәмәғәт тормошо менән танышып, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ваҡыттың үткәне лә һиҙелмәне.

Геройҙарыбыҙ – һәр ҡайһыһы үҙ эшенең оҫтаһы, атайсалдарының патриоты. "Балҡыш" халыҡ театрының "Шайморатов генерал" спектакленең  репетиция мәлен күреп, хас та театрҙағы ише тетрәнеү кисерҙек, реабилитация үҙәгенең фиҙакәр хеҙмәткәрҙәре, туған мәктәптәренең данын яҡлаған тырыш уҡыусылар  менән таныштыҡ, Йәнтимер ауылында мари  халҡының үҙ мәҙәниәтенә тоғролоғон һаҡлауына һоҡландыҡ.

Һәм, әлбиттә, 13 бала тәрбиәләгән, яңыраҡ дәүләтебеҙ етәксеһе В.В.Путин ҡулынан республикабыҙҙан беренсе булып "Герой-әсә" орденын алған Альбина Хәйҙәршина ғаиләһе менән таныштыҡ!

(Балтас районы тормошонан мәҡәләләрҙе гәзитебеҙҙең артабанғы һандарында уҡырһығыҙ).

А.Нурмөхәмәтов фотолары.

 

Башҡортостан хәбәрселәре - Балтас районында
Башҡортостан хәбәрселәре - Балтас районында
Башҡортостан хәбәрселәре - Балтас районында
Башҡортостан хәбәрселәре - Балтас районында
Башҡортостан хәбәрселәре - Балтас районында
Башҡортостан хәбәрселәре - Балтас районында
Башҡортостан хәбәрселәре - Балтас районында
Башҡортостан хәбәрселәре - Балтас районында
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: