Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
29 Ғинуар 2023, 19:45

Ҡустым шаян күңелле, ихлас ине...

Бөгөн Әбйәлил районы халҡы йәнә бер үҙенең батыр улын һуңғы юлға оҙатты

Ҡустым шаян күңелле, ихлас ине...
Ҡустым шаян күңелле, ихлас ине...

Әбйәлил районы Күсем ауылы егете Ирмәк Ҡарағужин махсус хәрби операцияла һәләк булды. Бөгөн район һәм ауыл халҡы батыр яугирҙе һуңғы юлға оҙатты. 

Ирмәк Салауат улы контракт буйынса хеҙмәт иткән. Һалдат махсус хәрби операцияла яраланған һәм өйөнә ҡайтарылған. Әммә бер аҙ ваҡыттан һуң ул кире махсус хәрби оперцияға юлланған була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юлы ул тыуған яғына тик табутта ғына ҡайта.

Ирмәк Ҡарағужиндың ике туған апайы, "Йәншишмә" гәзите хеҙмәткәре Гөлфирә Ҡарағужина түбәндәге посты яҙған.

"Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Ирмәк ҡустым яҡты донъяларҙан китеп барҙы. Ул бик шаян күңелле, йомарт, ихлас ине. Һуғыш барған ерҙә иң алғы һыҙыҡта булып, бер ротанан 20 кеше генә иҫән ҡала. Ауыр яраланып, хәрби госпиталдә дауалана. Унан һуң Читала реабилитация үтә. Яңы йыл алдынан Ырымбур аша тыуған яҡтарына ҡайтты. 30 көнлөк ял биргәйнеләр уға. Ғинуарҙа хәрби гарнизонға кире барҙы. Ырымбур өлкәһендәге Тоцк аша ҡабаттан яу яланына инергә тейеш ине. Әммә...
Барлыҡ туғандарҙың, яҡындарының, балаларының, класташтарҙың, уны белгән кешеләрҙең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Ирмәк Салауат улын Ватанды һаҡлаусы ҡуш йөрәкле яугир итеп хәтерҙәребеҙҙә һаҡлайыҡ", -тип яҙған Гөлфирә Фәрит ҡыҙы.

Тыныс йоҡла, Әбйәлил улы! Урының йәннәттә булһын!

Фото: Гөлфирә Ҡарағужина.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: