Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
8 Октябрь 2023, 15:00

Ике улы ла - алғы һыҙыҡта

Ата-әсәһенең хәлен белешергә видеобәйләнеш аша шылтыратҡан улдары ауыл егеттәренең берҙәмлеген күреп ныҡ ҡыуанған.

Ике улы ла - алғы һыҙыҡта
Ике улы ла - алғы һыҙыҡта

Көйөргәҙе районы Яңы Мораптал ауылында йәшәгән Сәлимә Ғөбәйҙулла ҡыҙына ауылдаштары мунса бураһын күтәрешергә ярҙам иткән. Махсус хәрби операцияға кесе улының саҡырылғанына йыл ярым, дүрт ай самаһы элек өлкәне үҙ теләге менән  ул яҡҡа хеҙмәт итергә юлланған, икеһе лә алғы һыҙыҡта.

"Район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов хәлдәрен белергә барғанда, әсәһе улының бура йыйып өлгөрә алмауы тураһында борсолоуын әйткәйне. Егеттәрҙең атайы  - районда алмаштырғыһыҙ механизатор, иртә таңдан баҫыу иңләй. Шуға өмә эшләп, ямғырҙар башланғансы бураны күтәреп ултырттыҡ”, - ти Көйөргәҙе районы инвалидтар йәмғиәте ойошмаһы рәйесе Шамил Хәсәнов. Уҙған аҙнала нигеҙен һалғандар, артынса Вилдан Моратов, Ишбулды Итҡолов, Дамир Мәжитов бура күтәргән. Ата-әсәһенең хәлен белешергә видеобәйләнеш аша шылтыратҡан улдары  ауыл егеттәренең берҙәмлеген күреп ныҡ ҡыуанған. Имен-аман йөрөп ҡайтып, рәхәтләнеп шул мунса менән файҙаланырға насип булһын уларға, тип теләй яҡташтары.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.

Ике улы ла - алғы һыҙыҡта
Ике улы ла - алғы һыҙыҡта
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: