Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
29 Октябрь 2025, 09:00

Беҙҙең егеттәр – бөркөттәр!

МХО ветераны, 23 йәшлек яугир Радмир Мозафар улы Хәлилов (“Хәлил”) Әбйәлил районының Асҡар ауылында тыуған. 

Беҙҙең егеттәр – бөркөттәр!
Беҙҙең егеттәр – бөркөттәр!

2018 йылда Ишҡол урта мәктәбен тамамлаған. Әлеге көндә ул Тәпән ауылында йәшәй.

Егет 2020 йылда хәрби бурысын үтәргә юллана һәм 2022 йылдың майында, хеҙмәтен тултырып, тыуған яҡтарына ҡайта. МХО башланғас, ошо йылдың сентябрендә уны ҡайтанан хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Уҡсылар батальонына эләгә. Радмир “МХО-ла ҡатнашҡан өсөн”, “Ҡаһарманлыҡ өсөн”, “Батырлыҡ өсөн”, “9 Май хәрби парадында ҡатнашҡан өсөн” миҙалдарына лайыҡ булған.

Минаға баҫып, ҡаты яраланғас, госпиталдән һуң уны тыуған яҡтарына ҡайтаралар. Әле яугир яралары арҡаһында эшкә яраҡһыҙ тип табылған.

“Бер ай элек шифаханала булып ҡайттым, хөкүмәткә һалым түләүҙән азат ителгәнмен, әлегә өйләнеп өлгөрмәнем, атайым мәрхүм булып ҡалды. Әсәйем - Әхмәт ауылы ҡыҙы Динара Хәлфетдинова менән бергә йәшәйем”,  – ти батыр егет.

Ошондай ҡаһарман егет менән бер мәктәпте тамамлауыма ғорурланам. Беҙҙең егеттәр – бөркөттәр! Улар яу килгәндә боҫоп ятмай, илгә кәрәкһә, йәндәрен фиҙа ҡылырға әҙер булып, уның һағына баҫа.

Радмирға артабанғы тормошонда уңыштар, гел яҡшы кешеләр юлдаш булыуын теләйем.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Беҙҙең егеттәр – бөркөттәр!
Беҙҙең егеттәр – бөркөттәр!
Автор: Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас