Әлбиттә, был уйын ғына. Шулай ҙа... дөрөҫмө икән? Тикшереп ҡарайыҡ әле. Һүрәттәге һанды һайлағыҙ ҙа яуабын уҡығыҙ:
1. Һеҙ йомарт, әҙәпле кеше, шуға күрә тыныс йоҡлайһығыҙҙыр. Маҡсаттарығыҙ юғары, хеҙмәт яратаһығыҙ, ҡайһы берҙә һеҙҙең менән эшләүе ауыр тип әйтәләр. Аҡса өсөн түгел, донъяны үҙгәртер өсөн тырышаһығыҙ. Шулай ҙа байлыҡ һеҙгә үҙе килә һымаҡ.
2. Һеҙ күңелсәк, юморға байһығыҙ. Шулай ҙа һәр эштә яуаплыһығыҙ, кешеләр тураһында ҡайғыртырға яратаһығыҙ. Улар ҙа һеҙгә ылыға. Эргәгеҙҙәгеләр тырышлығығыҙҙы баһалап еткермәһәләр ҙә, тормош яратҡан һәм ныҡышмал кеше булараҡ, матди хәлегеҙҙе яҡшырта алаһығыҙ.
3. Һеҙ финанс хәлдәрҙе бик яҡшы төшөнәһегеҙ, бизнес-схемалар төҙөргә һәләтлеһегеҙ. Бөтә нәмәне алдан һанап ҡуяһығыҙ. Яңғыҙлыҡты үҙ күргән кеше булараҡ, күптәр күрмәгән нәмәләргә иғтибар итәһегеҙ. Ә был аҡса мәсьәләһендә лә булышлыҡ итеүсе шарт. Әлбиттә, күп кешеләр һеҙҙе аңлап та бөтмәйҙер, ләкин быға иғтибар итмәгеҙ.
4. Һеҙ кешене үтәнән-үтә күрә, уйҙарын самалай беләһегеҙ. Был сауҙа эшенә лә ҡағыла. Тимәк, һеҙҙе сәйер тип һанаһалар ҙа, үҙегеҙҙең хис-тойғоларҙы йүгәнләй алһағыҙ, аҡса мәсьәләһендә теләгәнегеҙгә өлгәшерһегеҙ.
5. Һеҙ үҙаллы кеше. Һәр нәмәлә ябай, ваҡыт һынауы үткән вариантты һайлайһығыҙ. Бигүк проблемаға башкөллө сумып, алдан сапмаһағыҙ ҙа, ауырлыҡтарға осраһағыҙ, баҙап ҡалмайһығыҙ. Ябайлыҡты һәм ихласлыҡты яратҡан кеше булараҡ, уңышҡа ла иң еңел юлды һайлайһығыҙ. Аҡса эшендә алға китерлек ҡеүәтегеҙ бар.
6. Һеҙ совет аҡсаһын һайлағанһығыҙ. Күрәһең, шул ваҡыттағы тотороҡлолоҡто һағынаһығыҙ. Шуға ҡарамаҫтан, эшлекле бәйләнештәрҙе тиҙ булдыраһығыҙ, дуҫ-таныштарығыҙ күп. Аҡса менән тыныс эш итәһегеҙ. Байлыҡты тиҙ тупламаҫһығыҙ, әммә ҡулда ныҡ тоторһоғоҙ.
7. Һеҙҙе бәхетле, тыныс кеше тип атарға була. Тотороҡлолоҡ яратаһығыҙ. Кешенең кәңәштәрен тыңлайһығыҙ, ситтәрҙән күпте өйрәнәһегеҙ. Башҡаларҙың уңышына көнләшмәһәгеҙ ҙә, ул һеҙҙе лә дәртләндереп ебәрә. Ә тырыштар аҡсаны ла эшләй белә, әлбиттә.
8. Инглиз фунты — даимилыҡ символы. Һеҙ үҙенсәлекле кеше. Һәр кем артынан һуҡырҙарса эйәрмәйһегеҙ. Үҙегеҙсә генә уйлайһығыҙ, бер мәсьәләнең төбөнә төшмәйенсә туҡтамайһығыҙ. Тимәк, аҡса мәсьәләһендә лә бөтәһен дә алдан самалап ҡуяһығыҙ. Әммә ҡапыл ғына берәй мажараға тарыусанһығыҙ. Ҡурҡаһы түгел, ҡайһы берҙә ҡыйыулыҡ та байлыҡ туплауға ярҙам итә торған.
9. Гел яҡшылыҡҡа өмөт итәһегеҙ. Даланлыһығыҙ ҙа. Әммә хәүефле тәүәккәллектән алыҫ тораһығыҙ. Һеҙ ышаныслы юлдарҙы һайлайһығыҙ. Эштә лә ныҡышмал рәүештә алға бараһығыҙ. Был ғәмәлдәр финанс уңышҡа ла килтерә торған.