Рәсәй сәнәғәт форумы барышында "Бергәләп булдырабыҙ: производствонан индустриаль берләшмәгә тиклем. Кооперация – Башҡортостандың сәнәғәт предприятиеларын көйләү һәм Рәсәйҙең технологик суверенитетын нығытыу драйверы булараҡ" секцияһы үтте. Сараны Башҡортостан республикаһының Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ойошторҙо.
- Заманса сәнәғәтте үҫтереү бизнес‑берләшмә, ғилми сектор һәм дәүләт власы органдары араһындағы кооперация нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Технологик суверенитетты нығытыу контексында кооперацион бәйләнештәр аша етештереү ҡеүәттәрен көйләүҙе тәьмин итеү өҫтөнлөклө әһәмиәткә эйә була. Республикабыҙ сәнәғәт майҙансыҡтарының һөҙөмтәле интеграцияһын күрһәтә, сәнәғәт үҫешенең тотороҡло экосистемаһын булдыра, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Валерий Ғәлиев.
Осрашыу йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһының кластерҙар ассоциацияһы менән Башҡортостан Республикаһының сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!