Майҙансыҡты ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ буйынса агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы сығыш яһай.
Түңәрәк өҫтәл яңы эш башлаған эшҡыуарҙар республика етәкселегенә, тәжрибәле бизнесмендарға, шулай уҡ йәштәр сәйәсәте эксперттарына һорауҙар бирә алырлыҡ майҙансыҡ булараҡ күҙаллана. Уның маҡсаты - бөгөн йәштәр эшҡыуарлығының Башҡортостандың яңы үҫеш нөктәһе булыуын күрһәтеү.
Осрашыуҙа ҡатнашыусыларға идеяны төбәк брендына тиклем нисек үҫтереү, республикала йәш эшҡыуарҙар өсөн ниндәй ярҙам саралары тормошҡа ашырыла, шулай уҡ йәштәр инновацион эшҡыуарлығы нимә ул һәм был бизнесты ниндәй хоҡуҡи аспекттар көйләй - шул турала һөйләйәсәктәр.
Осрашыуҙың айырым пункты - «Йәштәр эшҡыуарлығы мәктәбе» проектын презентациялап, уға старт биреү.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/27931/
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!