Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Декабрь 2025, 22:45

“Алға” айырым иҡтисади зонаһы милли рейтингта өс лидер иҫәбендә

Башҡортостандың «Алға» махсус иҡтисади зонаһы Рәсәй Махсус иҡтисади зонаһының инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһе буйынса Милли рейтингында өсөнсө урында билдәләнде. 

“Алға” айырым иҡтисади зонаһы милли рейтингта өс лидер иҫәбендә
“Алға” айырым иҡтисади зонаһы милли рейтингта өс лидер иҫәбендә

Рейтинг һөҙөмтәләрен Рәсәй Кластерҙар, технопарктар һәм Махсус иҡтисади зона ассоциацияһы ярҙамында Дәүләт Думаһының Иҡтисади сәйәсәт буйынса комитеты һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһы Юғары советы бюроһы комиссияһы эксперт советының берлектәге ултырышында иғлан иттеләр.

- Системалы, маҡсатлы эшләгәндәр генә уңышҡа өлгәшә тип һәр саҡ әйтәм. Туҡталмайынса алға барыу зарур. Беҙҙең махсус иҡтисади зона тап шуны раҫлай. «Алға» рейтингтың махсус номинацияларында еңгәйне инде, ике тапҡыр әүҙем үҫешеүсе биләмә тип табылды һәм бына хәҙер – тәүге өсәү иҫәбендә, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.

2025 йылда рейтингка илдең 48 махсус иҡтисади зонаһы ингән. Уны әҙерләгәндә рәсми статистика мәғлүмәттәре, айырым иҡтисади зонаның идара итеүсе компанияларының мәғлүмәттәре һәм бойондороҡһоҙ эксперттарҙың баһалары файҙаланылған.

- Был рейтинг инвестициялар йәлеп итеүгә һәм яңы юғары технологиялы производстволар булдырыуға булышлыҡ итеп, бөтә төр айырым иҡтисади биләмәләрҙе үҫтереү өсөн мөһим стимул булып тора. Идара итеүсе компанияларҙың компетенцияларына, глобаль саҡырыуҙарға яуап биреү һәләтенә, шулай уҡ инновация һәм социаль инфраструктураға баҫым яһап, критерийҙар системаһын киңәйттек, - тип хәбәр итте Рәсәй Кластерҙар, технопарктар ассоциацияһы һәм махсус иҡтисади зонаһы директоры Михаил Лабудин.

Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы «Алға» айырым иҡтисади зонаһының идара итеүсе компанияһы булып тора. Бөгөнгө көнгә махсус иҡтисади зона резиденттары иҫәбенә 25 компания инә, улар 65 миллиард һум самаһы аҡса һалырға һәм 3200-ҙән ашыу яңы эш урыны булдырырға ниәтләй.

 - 2021 йылдан беҙҙең «Алға» иҡтисади зонаһы был рейтингта 9 баҫҡысҡа күтәрелде. Әлеге ваҡытта беҙ инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһе буйынса өс лидер иҫәбендә. Глобаль конкуренция шарттарында өҙлөкһөҙ эшләргә кәрәклеген аңлайбыҙ. Шуға күрә Үҫеш корпорацияһы һәм «Алға» махсус иҡтисади зонаһының идара итеү компанияһы киләсәктә алдынғы позицияларҙы һаҡлауҙы һәм инвесторҙар өсөн шарттарҙы системалы камиллаштырыуҙы өҙтөнлөклө йүнәлеш тип һанай, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов.

Милли рейтингтың баһаламаһы 41 шәхси күрһәткестән торған 7 функциональ блокка нигеҙләнгән. Быйыл эксперттар шулай уҡ инновацион, социаль инфраструктура һәм төҙөкләндереү объекттары булыуын, инфраструктураға дәүләт ярҙамы сараларын йәлеп итеү тәжрибәһен, сәнәғәт кооперацияһын, социаль селтәрҙәр алып барыуҙың сифатын, махсус иҡтисади зонала финанс асыҡлығын һәм стратегик планлаштырыуҙы баһаланы.

Сығанаҡ: https://vk.com/radiyhabirov 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

 

“Алға” айырым иҡтисади зонаһы милли рейтингта өс лидер иҫәбендә
“Алға” айырым иҡтисади зонаһы милли рейтингта өс лидер иҫәбендә
“Алға” айырым иҡтисади зонаһы милли рейтингта өс лидер иҫәбендә
“Алға” айырым иҡтисади зонаһы милли рейтингта өс лидер иҫәбендә
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас