Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Сентябрь , 09:30

Ҡалтай мәктәбендә "Үҫеш нөктәһе" асылды

Үҙәктә уҡыусылар хәҙерге заман технологиялары ярҙамында физика, химия һәм биологияны өйрәнә, робот техникаһы серҙәренә төшөнә, профилле фәндәр буйынса өҫтәмә белем ала. 

Ҡалтай мәктәбендә "Үҫеш нөктәһе" асылды
Ҡалтай мәктәбендә "Үҫеш нөктәһе" асылды

Ҡалтай ауылында «Мәғариф» милли проекты ярҙамында «Үҫеш нөктәһе» белем биреү үҙәге асылды, тип хәбәр иттеләр Кушнаренко районы хакимиәтенән.

«Ауыл ерендә балалар өсөн ҡала мәктәптәренә тиң шарттарҙа белем алыу, ниндәйҙер яңылыҡ белеү һәм үҙҙәрен төрлө өлкәләрҙә һынап ҡарау мөмкинлеге булыуына бик шатмын. Уҡыусыларға уҡыуҙарында уңыштар теләйем», – тип билдәләгән Кушнаренко районы хакимиәте башлығы Марат Латипов.

Үҙәктә уҡыусылар хәҙерге заман технологиялары ярҙамында физика, химия һәм биологияны өйрәнә, робот техникаһы серҙәренә төшөнә, профилле фәндәр буйынса өҫтәмә белем аласаҡ. Бының өсөн ноутбуктар, физика һәм химия буйынса һанлы лабораториялар, робот техникаһы буйынса йыйылмалар һәм башҡа махсус ҡорамалдар һатып алынған. Шулай уҡ кабинеттарҙа косметик ремонт үткәрелгән. Кушнаренко районында йәмғеһе 10 «Үҫеш нөктәһе» асылған.

«Мәғариф» милли проекты (национальный проект «Образование») илебеҙҙәге бөтә балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең потенциалын максималь асыу өсөн тигеҙ мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән. Бөтә илдә мәктәптәр, колледждар, техникумдар төҙөйҙәр һәм яңырталар, шулай уҡ уларҙы хәҙерге заман ҡорамалдары менән йыһазландыралар. Бушлай өҫтәмә белем биреү системаһы «Кванториум» технопарктар селтәрен киңәйтеү, «IT-куб» һанлы үҙеш үҙәктәрен һәм һәләтле балаларға иҫәпләнгән «Сириус» үҙәгенең төбәк филиалдарын асыу иҫәбенә үҫешә.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2019 йылдан дәүләт башлығының май указдарына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Фото: Кушнаренко районы хакимиәтенән.  

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: