Башҡортостандың "Йыл эшҡыуары-2025" конкурсы еңеүселәренә наградалар тапшырылды
Бөгөн, 3 декабрҙә, Өфөлә барған Халыҡ-ара бизнес аҙналығында "Йыл эшҡыуары-2025" республика конкурсының 18 номинацияһында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте.
Конкурстың маҡсаты – бизнесты уңышлы алып барыуҙың иң яҡшы тәжрибәһен билдәләү һәм яңы эш башлаған эшҡыуарҙарҙы дәртләндереү.
Был конкурс "Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад" милли проекты (национальный проект "Эффективная и конкурентная экономика") буйынса ойошторола. Унда Башҡортостанда теркәлгән һәм ике йылдан ашыу эшләгән шәхси эшҡыуарҙар һәм юридик шәхестәр ҡатнаша.
- «Йыл эшҡыуары» конкурсының төп маҡсаты - бизнесты уңышлы алып барыуҙың иң яҡшы тәжрибәһен билдәләү һәм яңы эш башлаған эшҡыуарҙарҙы дәртләндереү. Был - тармаҡтың лидеры тип танылғандар араһында булыу, коллегаларҙың маҡтау һүҙҙәрен ишетеү һәм компания өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уятыу өсөн уникаль мөмкинлек, сөнки һәр еңеүсе - өлгө күрһәтеүсе, ул ныҡышмалылыҡ, ҡыйыу идеялар һәм үҙ-үҙеңә ышаныу ҙур еңеүҙәргә һәм уңышҡа килтерергә һәләтле булыуын раҫлай, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.
Билдәле булыуынса, яңыртылған милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, йылдан тормошҡа ашырыла башланы.
Фото: https://ibw-bashkortostan.com
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!