"Мәке уябыҙ - балыҡтарҙы һаҡлайбыҙ" экологик акцияһы Ауырғазы районында 17-се тапҡыр уҙғарылды, тип хәбәр иттеләр республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан. Сара "Экологик именлек" (национальный проект "Экологическое благополучие") милли проекты сиктәрендә үткәрелә һәм райондың барлыҡ әһәмиәтле һыу ятҡылыҡтарында ойошторола.
Ирекмәндәр эколог һәм йәмәғәт эшмәкәре Миҙхәт Хәсәнов етәкселегендә махсус туңмай торған мәкеләр эшләгән. Был мәкеләр һөрөмлө газды сығара һәм һыуҙы кислород менән байыта.
"Экологик именлек" милли проекты тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күреүгә һәм уны кешеләр өсөн уңайлы итеүгә йүнәлтелгән. Эш бер юлы бер нисә йүнәлештә алып барыла: ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе бөтөрөү һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, экологик туризмды үҫтереү һәм башҡалар.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.
Фото:национальныепроекты.рф