“Бөгөн Халыҡ-ара спорт көнө билдәләнә. Борон-борондан спорт кешеләрҙе берләштергән, тыныслыҡ символы булған, Боронғо Грецияла Олимпия уйындары көндәрендә һуғыштар туҡтап торған.
Ҡайһы берәүҙәр спорт менән шөғөлләнеү өсөн йәшәй, икенселәр йәшәр өсөн спорт менән шөғөлләнә: оҙағыраҡ, сәләмәтерәк ғүмер кисереү, уның ярҙамында ауырыуҙарҙы еңеү, рухты нығытыу өсөн. Байрамдың маҡсаты – минеңсә, һәр кемгә физик яҡтан әүҙем булыуҙың ни тиклем мөһим булыуын еткереү. Бөгөн һәр әҙерлек кимәле өсөн спорт менән шөғөлләнеүҙең күп варианттары бар.
Башҡортостан был өлкәне үҫтереүгә 10 миллиард һум самаһы аҡса бүлә, беҙ республикала 141 спорт төрөнә ярҙам итәбеҙ. Хөкүмәт бер нисә йүнәлештә эшләй:
Быйыл тағы ла биш спорт объектын файҙаланыуға тапшырырға планлаштырабыҙ. Еңел атлетика манежын һәм Олимпия резервы училищеһын, шулай уҡ Бокс прогресы үҙәген һәм Теннис академияһын проектлайбыҙ. Киләһе йылда уларҙы төҙөй башлаясаҡбыҙ.
Республикабыҙҙың ҙур спорт потенциалы һәм ғорурланырлыҡ ҡаҙаныштары барлығын уҙған көҙ Өфөлә үткән «Рәсәй – спорт державаһы» халыҡ-ара форумы күрһәтте. Форумға Владимир Владимирович Путин килде. Уның килеүе Башҡортостандың Рәсәйҙең спорт картаһында мөһим урындарҙың береһен биләүен күрһәтте.
Әммә, билдәле булыуынса, спортта һәр ваҡыт һөҙөмтәләрҙе яҡшыртыуға ынтылырға кәрәк, һәм беҙ быны эшләйәсәкбеҙ!
Яңы еңеүҙәргә, дуҫтар!” – тип яҙҙы Андрей Назаров.
Сығанаҡ: vk.com/wall555400080_14806