Башҡортостан спортсылары спорт аэробикаһы буйынса халыҡ-ара ярыштарҙан алтын алып ҡайтты.
Быйылғы 30 апрелдән 2 майға саҡлы Мәскәү өлкәһенең Одинцово ҡалаһында СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры Владимир Гургенидзе кубогына турнир уҙғарылды. Ул тиҫтәләгән донъя һәм Европа чемпиондары әҙерләгән легендар кәңәшсе-тәрбиәсенең иҫтәлегенә бағышланды. Миҙалдар өсөн көрәштә ете илдән 400-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты.
Беҙҙең республиканан был ярышта Октябрьский ҡалаһынан Александр Дергунов исемендәге Спорт акробатикаһы федерацияһы тәрбиәселәре булды һәм һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәтте.
Беҙҙең чемпиондар:
ҡатнаш парҙар араһындағы алтын миҙалды Дина Низаева менән Тихон Брезгин яуланы;
ҡатнаш парҙар араһындағы бронза миҙалды Варвара Филиппова менән Арсений Ефремов алды;
ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе урын Маргарита Садовникова, Анастасия Иванова һәм Камилла Кириповаға бирелде.
Чемпиондарыбыҙҙы, уларҙың ғаиләләрен һәм тренерҙарын ошо триумф менән ҡотлайбыҙ!
Һеҙҙең хеҙмәт, ныҡышмалылыҡ һәм оҫталыҡ – Башҡортостандың ғорурлығы!
Фото: “Бәйләнештә” селтәренән.