Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
5 Май 2025, 18:30

"Салауат Юлаев" өсөн көйәбеҙ

Радий Хәбиров Башҡортостан спортсыларының ҡаҙаныштарын билдәләне. 

"Салауат Юлаев" өсөн көйәбеҙ
"Салауат Юлаев" өсөн көйәбеҙ

Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың спорт клубтарының еңеүҙәрен һәм ҡаҙаныштарын билдәләне. Төбәк етәксеһе, атап әйткәндә, “Динамо-Урал” волейбол командаһының Рәсәйҙең иң яҡшы ете коллективы иҫәбенә инеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай уҡ “Динамо” баскетбол клубы уңышлы сығыш яһай. 30 апрелдә Өфө баскетболсылары Тубылдың “Нефтехимик” командаһын еңеп, Юғары лига ир-егеттәр командалары араһында Рәсәй чемпионатында еңеүсе булды.

 – Егеттәр республикабыҙ тарихында тәүге тапҡыр чемпион булды. Был бик шәп, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы Өфөнөң алты тапҡыр Рәсәй Чемпионатында еңеүсе булған “Ағиҙел” ҡатын-ҡыҙҙар хоккей клубының уңыштарын да билдәләне.

Радий Хәбиров шулай уҡ “Салауат Юлаев” хоккей командаһының әҙерлек кимәлен юғары баһаланы, уның уйынсылары Мәскәүҙең “Спартак” командаһын еңде һәм клубты Гагарин Кубогының ярымфиналына сығарҙы.

– Быйылғы иң мөһим ҡаҙанышыбыҙ – “Салауат Юлаев” ярымфиналға сыҡты. Был кәм тигәндә бронза миҙалдар. Беҙ барыбыҙ ҙа уларҙың уйнауын күрҙек. Улар беҙгә даими чемпионатта иҫ киткес хоккей күрһәтте. Шуға күрә егеттәргә һәм клуб етәкселегенә, тренерҙар составына, попечителлек советына ҙур рәхмәт. Ошо йылдар дауамында команданы үҫтереүгә булышлыҡ иткән “Башнефть” компанияһына ла рәхмәтемде еткерәм, – тине төбәк етәксеһе. – Серияла иҫәп әлегә 3:1. Бөгөн Ярославлдә хәл иткес уйын үтәсәк. Бөтә спортсыларыбыҙ ҙа бик яҡшы. Улар өсөн көйәбеҙ!

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас