Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Апрель 2022, 12:21

Улыммы, әллә кейәүме?

Исмаһам, балаларҙы ярлыҡар инең…

fotostrana.ru
Фото:fotostrana.ru

Ҡапыл ғына хәле бөтөп, йоҡо бүлмәһенә инеп ултырған Нәфи­сәнең башында мең төрлө уй ҡайнашты. Юҡ, уны һаман да онота алмаған кешеһе менән осрашыу тетрәндермәне, ә ни булырын күҙ­аллау, ысын хәҡиҡәт ҡотон алды. “Тимәк, Ғәлинур килен кешенең атаһы булып сыға… Айнур менән Зөлфиә – бер туғандар!.. Юҡ-юҡ, бының булыуы мөмкин түгел!” – тип шыбырҙаны уның ирендәре. Күҙҙәренән йәш бөрсөктәре тәгә­рәне, мейеһен уйҙары бырауланы. Йөрәге телгеләнгән мәлендә, уны эҙләп, бүлмәгә Рәхим килеп инде.

Ҡатынын күреп, бүлмә уртаһында аптырап баҫып ҡалған иренә ҡарап, ул ҡапыл ғына бер ҡарарға килгәндәй:

– Кил әле яныма… – тип өндәш­те һәм эргәһендә ултырған иренә Айнурҙың кемдең балаһы булыуын ҡыҫҡаса ғына һөйләп бирҙе. Былай ҙа үҙен нисектер сәйер тотҡан Рәхим бер һүҙ ҙә өндәшмәне.

– Ә хәҙер апай менән еҙнәне алып ин.

Ҡабалан, мәшәҡәтле ваҡыт­та ни кәрәк икән, тигәндәй, шелтәле лә, һораулы ла ҡараш менән бер-бер артлы ингән Рауза менән Нәжип, Нәфисәнең йөҙөн күреп, ишек төбөндә туҡтап ҡалды.

– Апай, еҙнә!.. Ғәлинур ҡоҙағыҙ Айнурҙың атаһы бит!

Раузаның ҡулына тотоп ингән тәрилкәһе төшөп китеп селпәрәмә килде.

– Кит, юҡты! Булмаҫтайҙы һөйләмә!.. Ай, Аллам, ысын булһа, ни эшләрбеҙ?.. Никахты ла уҡытып өлгөргәйнек. Бала­ларға ни йөҙ менән күренеп, ни тип әйтербеҙ?.. – Апаһы ҡапыл һулҡылдап илап ебәрҙе. Нәфисә килеп апаһының яурынынан ҡосаҡланы ла: “Эй, Хоҙайым, ни өсөн шулай язалайһың?!. Исмаһам, бала­ларҙы ярлыҡар инең”, – тип уға ҡушылды.

Бүлмә буйлап ҡатындарҙың илаған тауышы ыңғайына “Дә… дә…” тип арлы-бирле йөрөгән Нәжип:

– Былай булғас, ҡоҙаларҙы саҡырып әйтмәй булмай бит инде… Тик балаларға әлегә өндәшә күрмәгеҙ, – тип ишеккә йүнәлде.

Нәфисәнең өҙә-йолҡа һөй­ләгәне һайын диванда ултырған Ғәлинурҙың башы түбәнерәк эйелде, ә йәнәшәһендәге ҡатыны Рәзинәнең матур йөҙө ҡырыҫлана барып, күҙҙәрендә зәһәр осҡондар ҡабынды.

– Шулай, ағай-эне, туй булмаясаҡ, тик быны балаларға нисек аңлатырға? – тине Нәжип, балдыҙы һүҙенән туҡтағас.

Бүлмәләгеләр, бер-береһенә ҡарамаҫҡа тырышып, тын ҡалды.

Бер аҙҙан, барыһын да һиҫкәндереп, Рәзинәнең тауышы яңғыраны:

– Юҡ, туй дауам итә! Зөлфиә Ғәлинурҙың ҡыҙы түгел! – Ул, иренә ҡарашын төбәп, һүҙен дауам итте. – Һиңә ҡыҙ көйө сыҡмағанымды беләһең. Үҙемде аҡлау ниәтенән юҡ ҡына ғәйбәт арҡаһында мине ташлап башҡаға өйләнгән, үҫмер саҡтан уҡ өҙөлөп һөйгән кешемде эҙләп табып, тәүге төнөмдө уға бүләк иттем. Хәтереңдәме, туйҙан һуң күп тә үтмәй һалам әҙерләүселәргә старший итеп һине Украинаға ебәрҙеләр? Теге, ике ай самаһы йөрөп, һалам тип, ҡуңыҙ тейәп ҡайтыуығыҙҙы әйтәм. Һин киткәс, ул ауылға отпускыға ҡайтып төштө. “Ғәфү ит, ҡатынымды айырҙым, әйҙә, минең менән китәйек”, – тип, һәр кис яныма килде. Бер-ике рәт ҡуна ла ҡалды. Бел, һиңә әйтеүемсә, Зөлфиә ете айлыҡ булып тыуманы, уның атаһы башҡа. Шулай бит, Рәхим? Бүлмәләгеләрҙең баштары Рәзинәнең ыңғайына ҡыҙара-бүртенеп ишек яңағына һөйәлеп торған Рәхимгә боролдо. Һәр береһенең ҡарашы тулы аптырау, ғәжәпләнеү ине.

Рәзинә тағы иренә текәлде һәм әрнеүле лә, мыҫҡыллы ла тауыш менән:

– Һин, Ғәлинур “ҡоҙа”, балаңа кем тип өндәшерһең икән – “улым” типме, әллә “кейәү” типме? Ә һин, Рәхим, ҡыҙыңа?.. Ә беҙ?! – тине.

Бүлмәлә зәһәр тынлыҡ урынлашты…

 

Мөҙәрис БАГАЕВ.

Читайте нас: