Бөтә яңылыҡтар

“Евразия йөрәге-2018” дуҫтарын йыя

Ошо көндәрҙә “Евразия йөрәге” сәнғәт фестиваленең тулы программаһы асыҡланды.


8 июндә Конгресс-холда “Башҡорт­остан, Урал һәм Волга буйы халыҡ­тарының милли кейемдәрендә мәҙәниәттәр калейдоскобы” төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы үткә­релә. Кисен иһә Башҡортостандың Милли симфоник оркестры барыһын да Симфоник төнгә көтә. Програм­маның ҡунағы – халыҡ-ара кон­курстарҙа еңеп сыҡҡан, “Алтын битлек” һәм “Алтын софит” премияларына, сәнғәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Чехияның “EURO Pragensis Ars” милли премияһына эйә булған Төньяҡ Осетия-Алания Республикаһының халыҡ артисы, Ҙур театр солисы Вероника Джиоева.

9 июндә киске 18 сәғәт 30 минутта М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрынан Башҡортостан халыҡтарының Республика милли кейем байрамының парады башлана. Кис өфөләрҙе “UFA-KURAIFEST” байрамына саҡыралар. Унда Ленар Дәүләтбаев етәкселегендәге Башҡортостан милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, республиканың атҡаҙанған артистары Азат Биксурин һәм Рушан Биктимеров, Мәскәүҙән world music жанрында эшләгән “ZAMAN” төркөмө, “Урал моңо-2018” халыҡ-ара конкурс фестивале лауреаттары һәм башҡалар ҡатнаша. Был көндө шулай уҡ “ZAINETDIN” этно-шоуын, оркестр ҡыҙыҡай Ләйсән Золотареваның сығышын ҡарарға мөмкин.

10 июндә З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының 50 йыллығына арналған симфоник төн ойошторола. Юбилей концертында уҡыу йортон тамамлаған йондоҙ­ҙарҙың, башҡа ижади коллективтарҙың сығышы тәҡдим ителә.

11 июндә иһә – “Этнотөн”. Сараның ҡунаҡтары – Ҡаҙағстандан “ULYTAU”, Бүрәт Республикаһынан “SHONO”, Мордовиянан “OYME”, Грузиянан “Mgzavrebi” төркөмдәре.

12 июндә тамашасыларҙы фес­тивалдең гала-концертында көтәләр. Унда Башҡорт дәүләт филар­монияһының эстрада-джаз оркестры һәм ҡунаҡтар сығыш яһай.

Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА.