Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында “Ауыл уҡытыусыһының художество оҫталығы” тип аталған II Бөтә Рәсәй конкурсы үтте. Төп маҡсаты – йәмғиәттә мәҙәниәт ҡиммәттәрен һаҡлау, мөғәллимдәрҙең абруйын күтәреү.
Бәйгелә ике йөҙҙән ашыу ауыл уҡытыусыһы ҡатнашты. Ҡырмыҫҡалы районы данын Прибельский урта мәктәбе уҡытыусыларының “Задоринки” хоры яҡланы. Һәүәҫкәрҙәр конкурсҡа ҙур әҙерлек менән килде, бер төрлө зауыҡлы костюмдар тектерҙе, йыр сәнғәте нескәлектәрен өйрәнде.
Һөҙөмтә ҡыуанырлыҡ. Ҡырмыҫҡалы районы уҡытыусылары юғары оҫталыҡ өлгөһө күрһәтеп, II дәрәжә дипломға лайыҡ булды.