Иртәгә Башҡортостандың Милли симфоник оркестры һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән бергә сығыш яһаясаҡ.
“Ҡанаттарҙы йәйәбеҙ” тип аталған инклюзив концерт “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтә. Һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән ҡыҙ һәм малайҙар профессионал музыканттар менән бер сәхнәлә Милли симфоник оркестрға ҡушылып сығыш яһай.
Төп маҡсат – йәмәғәтселеккә үҙенсәлекле балаларҙың сикһеҙ талантын күрһәтеү, ижад өсөн кәртәләр юҡлығына йәнә бер ҡат инандырыу.
Концертта ҡатнашыуға бар республиканан 15 малай һәм ҡыҙ һайлап алынған. Улар менән бергә Артур Нәзиуллин, Азамат Ғафаров, Азат Айытҡолов, Владимир Спиваковтың Башҡортостандағы фондының һәләтле йәш музыканттары сығыш яһаясаҡ. Дирижер – Дмитрий Крюков.