Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
1 Апрель 2019, 16:50

“Йәсмин” дан яулай

Борай районында ҡыҙ һәм малайҙарҙа бәләкәйҙән йыр-моң һәм бейеү аша сәнғәткә һөйөү уятыу кеүек тәрбиә алымын киң ҡулланалар, бында балалар өсөн бихисап ансамблдәр, түңәрәктәр ойошторолған.

Борай районында ҡыҙ һәм малайҙарҙа бәләкәйҙән йыр-моң һәм бейеү аша сәнғәткә һөйөү уятыу кеүек тәрбиә алымын киң ҡулланалар, бында балалар өсөн бихисап ансамблдәр, түңәрәктәр ойошторолған.
Мәҫәлән, Ирина Баһауетдинова етәкселегендәге “Йәсмин” өлгөлө бейеү ансамблендә шөғөлләнгән уҡыусы балалар районда ғына түгел, ә республика кимәлендәге бәйгеләрҙә лә даими ҡатнаша. Күптән түгел Өфө ҡалаһында “Яҙ күгәрсене” халыҡ-ара конкурсында I урын яулап, улар районға дан өҫтәне.
Борай районы хакимиәте башлығы Рөстәм Исхаҡов фекеренсә, ғәзиз кешеңә ваҡытында дөрөҫ йүнәлеш биреү, уны төрлө түңәрәктәргә йөрөтөү, өҫтәмә шөғөлдәргә йәлеп итеү һәр йәһәттән дә отошло.
Читайте нас: