Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
2 Апрель 2019, 00:42

Ҡаҙағстанда башҡорт телен өйрәнәләр

Ҡаҙағстанда “Аҡбуҙат” башҡорт этномәҙәни берләшмәһе йәкшәмбе мәктәбе рәүешендә эш башланы.

"Башинформ"дан алынды.
"Башинформ"дан алынды.
Ҡаҙағстанда “Аҡбуҙат” башҡорт этномәҙәни берләшмәһе йәкшәмбе мәктәбе рәүешендә эш башланы.
Кисә, 31 мартта, унда башҡорт телен һәм мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса беренсе дәрес булды. Осрашыу аҙна һайын үтәсәк.
Йәкшәмбе мәктәбенә балалар ғына түгел, халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәрен өйрәнергә теләгән өлкәндәр ҙә йөрөй ала.
“Маҡсатыбыҙ – туған телебеҙҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ ҡылыу, уның яҡты киләсәгенә өлөш индереү. Шулай уҡ, әлбиттә, күңелдәрҙә илһөйәрлек, башҡа халыҡтарҙың рухи ҡиммәттәренә ихтирам тойғоһо тәрбиәләргә тырышасаҡбыҙ”, – ти “Аҡбуҙат” берләшмәһе етәксеһе Урал Аҙнабаев.
Читайте нас: