Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
2 Апрель 2019, 20:20

Депутат призын кем алды?

Аҡъяр мәҙәниәт йортонда Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Аблаев призына балалар театр коллективтары араһында “Урал аръяғы йондоҙҙар ҡабыҙа” исемле IV асыҡ зона конкурсы үтте.

Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.

Сара Башҡортостандың бер быуатлыҡ юбилейына һәм Театр йылына бағышланды. Унда Баймаҡ, Ейәнсура, Хәйбулла райондарының йәш сәхнә оҫталары тарафынан алты тамаша тәҡдим ителде.
Төп приз – ейәнсураларҙа! Райондың “Осҡон” балалар театр коллективы драматург, шағирә Зөһрә Фәйзуллинаның “Ҡот ҡайтарыр Айсыуаҡ” әҫәрен сәхнәләштерҙе. Етәкселәре – Г. Ҡунаҡбаев, режиссер – Л. Ҡунаҡбаева.
Читайте нас: