Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
2 Апрель 2019, 18:49

Иҙәштәрҙең балҡышы

Ейәнсура районында ҡыҙ һәм малайҙар төрлө яҡлап үҫешһен өсөн бик күп уңайлыҡтар булдырылған, балалар коллективтарының үҙҙәренән тыш ситтә лә бейеклектәр яулауы шуға асыҡ дәлил.

Ейәнсура районында ҡыҙ һәм малайҙар төрлө яҡлап үҫешһен өсөн бик күп уңайлыҡтар булдырылған, балалар коллективтарының үҙҙәренән тыш ситтә лә бейеклектәр яулауы шуға асыҡ дәлил.
Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Хәйбулла районының үҙәге Аҡъяр ауылында “Көньяҡ Урал йондоҙҙар балҡыта!” исемле балалар театр коллективтарының зона конкурсы уҙҙы, ярышта Ейәнсура районының Иҙәш ауыл мәҙәниәт клубында шөғөлләнеүсе “Осҡон” балалар ансамбле Гран-при яуланы, йәш артист Рәсим Ишмырҙин иһә “Иң яҡшы актер” тигән махсус призға лайыҡ булды. Уҡыусы балалар драматург Зөһрә Фәйзуллинаның “Ҡот ҡайтар, Айсыуаҡ” спектаклен тамашасылар хөкөмөнә сығарҙы. Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов билдәләүенсә, ваҡытын дөрөҫ бүлә белгән егет һәм ҡыҙҙар уҡыуҙа ла һынатмай, йәмәғәт сараларына ла өлгөрә, ундайҙар тормошта ла әүҙем.