Башҡортостан
-10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
2 Апрель 2019, 13:53

Ижад усаҡтары һүрелмәй

Көйөргәҙеләр Башҡортостандың 100 йыллығын лайыҡлы ҡаршылай. Театр йылына арналған “Бөтә донъя – театр!” эстафета фестивале башланыуын халыҡ көтөп алды.

Көйөргәҙеләр Башҡортостандың 100 йыллығын лайыҡлы ҡаршылай. Театр йылына арналған “Бөтә донъя – театр!” эстафета фестивале башланыуын халыҡ көтөп алды.
Яҡшембәт ауылының мәҙәниәт йортонда сағыу ҡыҙыҡлы сара үтте. Ижади эш менән бер рәттән, мәҙәниәт объекттарын төҙөкләндереү буйынса ла әүҙем эш бара. Иң ҙур төҙөлөш эштәре әле райондың “Йәшлек” мәҙәниәт һарайында киң йәйелдерелгән. Эшселәр гөр килеп, бина эсендә биҙәкләү эштәрен дауам итә, стеналар тигеҙләнә, иҙәндәр һалына, елләтеү системаһы монтажлана. Оҙаҡламай мәҙәниәт йорто өр-яңы ҡыйыҡлы буласаҡ.
Район үҙәгендә иҫке спирт заводы контораһын үҙгәртеп ҡороу башланған. Бында оҙаҡламай балалар сәнғәт мәктәбе ҡалҡып сығасаҡ. Яңы пластик тәҙрәләр, йылытыу системаһы, радиаторҙар ҡуйылған да инде. Шуныһы мөһим: төҙөкләндереү, ремонт эштәре райондың мәҙәни тормошона һис ҡамасау түгел. Ижади коллективтар үҙ тормоштары һәм хәстәрҙәре менән әүәлгесә йәшәй, бөтә саралар Айсыуаҡ клубында үткәрелә.
Читайте нас в