Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
2 Апрель 2019, 22:43

Йәнһүрәт төшөрөп ебәр

Башҡортостанда “BashMult” республика фестиваль-конкурсы старт алды.

"Башинформ"дан алынды.
"Башинформ"дан алынды.
Башҡортостанда “BashMult” республика фестиваль-конкурсы старт алды.
Унда ете йәшлек балаларҙан алып өлкәндәргә ҡәҙәр һәр кем ҡатнаша ала.
Айырым кешеләр үҙ талантын “Мажаралар донъяһы” (мауыҡтырғыс хәлдәр, серҙәр, сәйәхәттәр хаҡында йәнһүрәттәр) һәм “МультИлһам” (изгелек, һөйөү, дуҫлыҡ тураһында йәнһүрәттәр) номинацияларында күрһәтеү мөмкинлегенә эйә.
Уҡыусыларҙың (белем биреү учреждениелары, балалар клубтары, үҙәктәре, берләшмәләре) коллектив хеҙмәттәре “Күңелле классика” (әҙәби әҫәрҙәрҙең мотивтары буйынса йәнһүрәттәр), “Замандарҙы бәйләгән еп” (республиканың 100 йыллығына, төбәгебеҙ мәҙәниәтенә, тарихына, милли йолаларына бағышланған йәнһүрәттәр) номинацияларында ҡатнаша ала.
25 марттан 1 октябргә тиклем эштәрҙе ҡабул итеү ойошторола. Адрес: Өфө ҡалаһы, Комаров урамы, 7 (республиканың Хәрби Дан музейы). Шулай уҡ электрон почтаға ебәрергә лә мөмкин: [email protected]. Телефон: 8 (347) 260-44-64.
Бүләкләү тантанаһы 2019 йылдың 16 ноябренә планлаштырылған.
Сараның положениеһы, өҫтәмә мәғлүмәт, эшкә бәйле ҡағиҙәләр һ.б. конкурстың “Бәйләнештә”ге рәсми битендә табырға була (vk.com/bashmult).
Читайте нас: