Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
3 Апрель 2019, 16:22

Һағыҙаҡ

Гөлниса, үҙ алдына көйләй-йырлай, биҙрәләренә һыу тултырҙы. Ире эштән ҡайтҡансы мунсаны ла, киске ашты ла өлгөртөргә кәрәк, юғиһә көтөү ҡаршыларға ла ваҡыт еткән. Ул бер үҙе ҡалғанда, гел генә ошо йырҙы көйләгән була. Йыр тип, йыр ҙа түгел инде ул, ә йомаҡ. Эйе-эйе, йомаҡ.

Гөлниса, үҙ алдына көйләй-йырлай, биҙрәләренә һыу тултырҙы. Ире эштән ҡайтҡансы мунсаны ла, киске ашты ла өлгөртөргә кәрәк, юғиһә көтөү ҡаршыларға ла ваҡыт еткән. Ул бер үҙе ҡалғанда, гел генә ошо йырҙы көйләгән була. Йыр тип, йыр ҙа түгел инде ул, ә йомаҡ. Эйе-эйе, йомаҡ. Әле өйләнешмәҫ элек ире Мансур ҡойғайны уны. “Яуабын тап”, — тип аптыратҡаны иҫендә ҡалған. “Әллә… Ниса булғас, мин инде”, — тигән булды Гөлниса. Мансур ихлас көлөп ебәрҙе лә: “Бал ҡорто була, мунса тигәне умарта”, — тип аңлата башланы. Һы, йомаҡ булмай, әллә нимә булһын, әммә ҡатынға был һамаҡ оҡшап ҡалды, гел шуны берәй көйгә һалып йырлап йөрөр булып китте. Ә ире уны шаяртып “Бал ҡортом” тип атай башланы.
Ауыл кешеһе ул яҡҡа бик сос бит инде, ишетһә, лаҡапҡа әйләндереп тә өлгөрә. Гөлнисаны ла хәҙер үҙ исеме менән түгел, ә “Ҡортоҡай” тип йөрөтәләр. Әллә, бер ҙә иҫе китмәне уның быға: бал ҡорто насар бөжәк түгел әле. Егәрле лә, матур ҙа, файҙалы ла! Гөлниса бит үҙе лә эшкә шәп, иренә ярай, улын ҡарай, донъяһы гөл кеүек, бешергән аштары ашап туйғыһыҙ. Ире тапҡанды бер ҙә әрәм-шәрәм итмәй, кәрәк-яраҡҡа ла бик тотоноп бармай, ә һаҡлыҡ кассаһына һалып бара. Ул аҡсаның йәһәт кенә килеп ингәнен, ә кешенең тиҙерәк сығып киткәнен ярата. Үҙе лә иш янына ҡуш булһын тип тырыша: өс һыйыр тота, уның ағын эшкәртеп, аҙнаға бер тапҡыр район үҙәгенә баҙарға алып барып һата. Йәй буйы еләк-емеш менән сауҙа итеүҙән дә байтаҡ аҡса йыйыла, көҙгә ҡарай тауыҡ, өйрәк, ҡаҙҙары өлгөрә. Ул хәтлем итте өс кешенән торған ғаилә ашап бөтөрәме инде? Аҡсаға әйләнә күбеһе. Бер башмағы үҙҙәренә ҡалһа, ҡалған икәүһе ит баҙарына юл ала. Өҫтәүенә феләк-феләк бал һата әле ул.
Йәштән һауынсы булып эшләгән ҡатын малды ғына түгел, ҡош-ҡортто ла, баҡсаны ла, умарталарҙы ла ҡарай ҙа, файҙаһын күрә лә белә. “Нисек өлгөрә?” тиһегеҙме? Һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа фермалар бөтөрөлгәс, үҙе әйтмешләй, “культурный” эштә, мәҙәниәт өлкәһендә эшләй: ауыл клубына йыйыштырыусы булып күсте. Эй-й, был эшенән уңды ла һуң Ҡортоҡай. Аҙнаға бер тапҡыр шәмбе көнө генә асылған клубтың иҙәнен үҙе теләгән ваҡытта барып йыуа ла – шуның менән вәссәләм. Ҡалған бөтә ваҡыты, көсө үҙ йорто, үҙ хужалығы, үҙ ире өсөн сарыф ителә.
Бер бөртөк улдары Нур Өфөлә юғары уҡыу йортонда белем ала. Гөлнисанан юрамал ғына “Улың кем булырға уҡый?” тип һорағыҙ әле. “Минең күҙ нурым ҙур кеше буласаҡ, әллә күпме һөнәр алып сығасаҡ”, — тиер күҙ ҙә йоммайынса, сөнки ул үҙе лә белмәй, улы менеджермы, инженермы, дизайнермы булыр, әллә уға аңлашылмаған ошо өс һөнәргә бер юлы эйә буласаҡмы? Уға барыбер. Эйе, Гөлниса улының уҡыуы, документтар юллау, һалым, газ, утҡа түләү кеүек ваҡ мәшәҡәттәр менән башын ҡатырмай, улар иренең елкәһендә.
Ире тигәндәй, Мансур ҙа, колхоз тарҡалғас, эшһеҙ ҡаңғырып йөрөмәне. Юғары белемле мал табибын район үҙәгендәге ветеринария дауаханаһына эшкә алдылар. Мәшәҡәте етәрлек: уларҙың ойошмаһына төрлө хужалыҡтарҙан да, фермерҙар ҙа, ябай кешеләр ҙә мөрәжәғәт итә. Иртәнән кискә тиклем ҡайтып та инмәй. Шуға уның үҙ малдарын ҡарарға ла, ҡатынына ярҙам итергә лә ваҡыты ҡалмай. Теләһә, бәлки, табылыр ҙа ине, ләкин Мансур башкөлләй ҡатынына һалышҡан. Ҡортоҡай хужалыҡты бик шәп алып бара бит: мал-тыуары ишәйә, ҡош-ҡорто үрсей, баҡсаһы умырып уңыш бирә, балы ла күп була уның.
— Эй-й, ҡатындан уңдың да инде һин! – тип ебәрә Гөлниса, иренән маҡтау йә хуплау һүҙе ишетергә теләп. Мансур ундай саҡта көлөмһөрәп, баш ҡағып ҡуйыу менән генә сикләнә. Ни әйтһен, дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ. Тик эсе бошҡан, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәгән саҡтары ла күп була ирҙең. Кис етһә, бигерәк тә толҡа тапмай башлай ул. Телевизоры ялҡытып китә, компьютерға ултырып ҡарай. Таҙа, бөхтә, бай йыһазлы өй эсендә нимәлер етешмәй кеүек уға. Ә-ә, эйе-эйе, китап-журналдар юҡ та, йәшеллек юҡ уларҙың өйөндә. Гөлнисаһы ни өсөндөр гәзит уҡырға ла, гөл үҫтерергә лә яратмай. “ваҡыт юҡ” йә “саң ояһы” тип аҡлана.
Мансур тәүҙәрәк гәзит-журналдарға яҙылып ҡараны, ләкин ире уҡып бөтөр-бөтмәҫтән улар юҡҡа сыға ла ҡуя. Һирәк булһа ла һатып алып ҡайтҡан китаптарҙы ла әллә ҡайҙа итә ул. Бер көндө мунса соланында туҙан баҫып ятҡан бер нисә китабын күргәйне лә, улары ла юҡ булған: шуның менән мейес тоҡандырғандыр ҡатыны.
Көндөҙ эшкә әүрәп, күңелле генә йөрөгән ирҙе кистәрен ниндәйҙер ауыр һағыш, яңғыҙлыҡ тойғоһо баҫа. Күңеле наҙ көҫәй башлай. Ҡатыны менән төрлө темаларға ихлас һөйләшеп ултырырға, шаярып алырға йә уны ҡосаҡлап иркәләргә теләй. Күгәрсендәр кеүек гөрләшеп һүҙҙәре бөтмәгән парҙарға күҙе ҡыҙып ҡарай Мансурҙың. Нимә тураһында һөйләшәләр икән?.. Илдәге яңылыҡтар, уҡыған әҫәр, сәйәсәт, әллә киләсәк хаҡындамы?..
Гөлниса менән улар хатта Мансурҙың эше йәки улдары Нур тураһында ла ултырып бер һөйләшкәне юҡ бит. Ҡатыны уның менән бергәләп телевизор ҡарамай, хатта оҙаҡ итеп ире менән йәнәш ултырып ашамай ҙа бит ул. Мансурға ашарға һалып бирә лә үҙе әле бер, әле икенсе эшенә әүрәй. Бер аҙҙан тағы йүгереп килеп, сәй яһап бирә һәм, тағы берәй нәмәһе иҫенә төшөп, өҫтәл янынан тороп китә. Һөйләгән хәбәр генәһе лә шул йорт-ҡура, мал-тыуар, аҡса тирәһенән ары китмәй.
Ҡайһы саҡта ныҡ эсе бошҡанда Мансур ҡапыл Ҡортоҡайын ҡосаҡлап, хатта күтәреп алғыһы килеп, ашҡынып эргәһенә яҡынлай. Ләкин ҡатындың ныҡ аптырауҙан ҙурайып киткән күҙҙәрен, шикле ҡоро ҡарашын күреп, үҙе лә ҡаушап, оялып китә, күтәрелгән ҡулы ҡапыл кире төшә, күҙҙәрендәге осҡондар ҙа һүнә. Гөлниса үҙе лә һис кенә лә һыйынып, иркәләнеп бармай шул. Ҡырыҫыраҡмы? Һалҡынмы? Әллә ярата белмәйме?.. Юҡ-юҡ, Мансур шикләнмәй: ҡатыны уны ярата, ире өсөн йәнен бирергә риза, ләкин ниңә хистәрен күрһәтмәй ул? Әйтмәй. Белгертмәй. Наҙға шулай һаранмы? Иркәләргә, иркәләнергә ояламы? Шулайҙыр, эстән генә, үҙенсә генә яраталыр… Их-х, шуны-ы-ы…
(Дауамы бар).
Читайте нас: