Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
3 Апрель 2019, 22:35

Әбйәлилдә – "Һандыҡ-шоу"

Башҡортостанда уҙасаҡ Бөтә донъя фольклориадаһы уңайынан Әбйәлил районында “Һандыҡ-шоу” асыҡ район конкурсы үткәреү планлаштырыла.

Автор фотоһы.
Башҡортостанда уҙасаҡ Бөтә донъя фольклориадаһы уңайынан Әбйәлил районында “Һандыҡ-шоу” асыҡ район конкурсы үткәреү планлаштырыла.
Унда иң матур ҡул эштәре билдәләнәсәк, оҫталар бүләкләнәсәк, шулай уҡ халыҡ өсөн йыр-моң тамашалары ойоштороу ҡаралған. Конкурсҡа ҡатнашырға теләүселәргә хәҙерҙән үк заявка бирергә кәрәк.
Әйткәндәй, “Һандыҡ-шоу” байрамын әбйәлилдәр тәүге тапҡыр үткәрмәй – бай тәжрибәләре бар.